Экологик йәһәттән таҙа энергия сығанағы консервацияланған атом электр станцияһы биләмәһендә барлыҡҡа килде. Беренсенән, ул төбәк иҡтисады, тормош шарттарын яҡшыртыуға ҙур аҙым булһа, икенсенән урындағы ҡаҙнаға йөк булып торған сәнәғәт зонаһын ниһайәт, эшкә йәлеп итеү.
Урал тауҙарында урынлашҡан төбәк өсөн ҡояштың һәр нуры ла ҡәҙерле. Шуға күрә уны тотоусы панелдәрҙе лә ентекле көйләйҙәр. Ҡояш электр станцияһының һәр модуле ике яҡлы. Нурҙы улар өҫтән дә, аҫтан да ала.
Заманса модулдәр ҡояш нурҙары бик һирәк төшкән ҡыш айҙарында ла энергия туплау мөмкинлеге бирә. Ике станцияның дөйөм ҡеүәте 10 мегаватҡа етә. Сағыштыру өсөн Ағиҙел ҡалаһы үҙе тәүлегенә 8 мегаватт сарыф итә. Йәғни, ҡояштан алынған электр сәнәғәт кимәлендә ҡулланыуға ла етәсәк.
Ҡояш электр станцияһы Ағиҙел ҡалаһында һуңғы утыҙ йылдағы иң күләмле инвестиция проекты. Уның хаҡы бер миллиард һумға етә. Әйткәндәй, ул йәмәғәтселек баҫымынан һуң консервацияланған атом электр станцияһы майҙанында урынлашҡан.
Ағиҙелдәге ҡояш электр станцияһы – төбәктәге етенсе ошондай проект. Быға тиклем экологик таҙа энергия сығанағы Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш һәм Ғафури райондарында төҙөлдө. Әле ҡояш нурҙары тотоусы панелдәр Баймаҡ районында ла урынлаштырыла башланы.
Айнур Кәбиров