Өфөлә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу буйынса эштәр тамамлана

Ағиҙел йылғаһы яры буйында был Монумент Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында ҡуйыла. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, стела 3 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан асыла.  2020 йылда Рәсәй Президенты ҡарары менән Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме бирелде.