Өфөнөң Дим районындағы Хыялланыусылар урамында яңы юл һалына

Ул Дағстан урамы киҫелешенән «Көмөш шишмә» биҫтәһенә тиклем бер саҡырым тирәһе арауыҡты үҙ эсенә ала. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Яңыраҡ ҡына бында ҡыр өйрәктәре йөҙә ине. Улар ауыр техника тауышынан ҡурҡып киткәнме, әллә йылы яҡҡа осҡанмы... Һәр хәлдә, башҡаса ҡоштар бында эйәләшә алмаҫ. Сөнки Дим биҫтәһенең үҫешкән яғына табан юл һуҙыла.

Коммуникациялар 50 йыл элек һалынған һәм уларҙы алмаштырырға ваҡыт еткән, ти заказсылар. Эш барышында юл проектына үҙгәрештәр индерелгән.

Коммуникация селтәренә бер туҡтауһыҙ ер ишелеп торҙо. Һаҡһыҙлыҡ күрһәткәндә һыу үткәргестәргә зыян килеүе мөмкин ине. Әммә беҙ водоканал менән берлектә эш алып барҙыҡ. Тейешенсә атҡарып сығарҙыҡ. Хатта 12, 16 метр тәрәнлектә свайҙар ҡағырға тура килде.

Эдуард Остапчук, подрядсы ойошма етәксеһе урынбаҫары

Муниципаль контракт 292 миллион һумға төҙөлгән. Юл оҙонлоғо 716 метр тәшкил итә.

Евгений Кулешов, Өфө ҡалаһы хакимиәенең юл төҙөлөшө, ремонт һәм яһалма ҡоролмалар идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Быйыл ҡыш ҡомташ түшәү, ямғыр һыуы канализацияһы төҙөү ҡаралған. Юл ике яҡ йүнәлешендә лә 16 метр киңлектә икешәр һыҙатлы була.

Подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, объектты киләһе йылдың дүртенсе кварталында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Рәмилә Исмәғилева