Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә ер участкаһына тиклем газ торбаһы бушлай һуҙыла. Яҡын арала Баймаҡ ҡалаһының тағы ла бер нисә урамы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыласаҡ. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Баймаҡ ҡалаһынан Ҡарамырҙиндар ғаиләһе өс бала тәрбиәләй. Иң кесеһенә 2, олоһона 10 йәш. Уларҙың яңы йорто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған. Әммә был ваҡытлыса күренеш. Күптән түгел ғаилә йәшәгән Горький урамы буйлап газ торбаһы һуҙыла башланы.
Горький менән Киров урамдарына зәңгәр яғыулыҡ килеп етһен өсөн газификация программаһы буйынса 600 метрҙан ашыу торба һуҙырға кәрәк. Был биләмә ҡатмарлы, шуға ла торба ер өҫтөнән һәм аҫтынан үтәсәк.
Ер участкаһына тиклем газ торбаһы бушлай һуҙыласаҡ. Йорт эсендәге эштәрҙе башҡарыу өсөн иһә хужаға түләргә тура киләсәк. Ҡаҙанлыҡты урынлаштырыу һәм тоташтырыу, башҡа ҡоролмалар алыу ҙа уның иҫәбенә. Тейешле документтар әҙер булғас, газ хеҙмәте ике аҙна эсендә йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырырға тейеш.
Илдә социаль газификация программаһы дауам итәсәк. Уның сиктәрендә киләһе йылда Баймаҡтың Ғүмәров, Хәсәнов, Шайморатов урамдарына, Көньяҡ биҫтәгә газ үтәсәк.
Әлфиә Хәмитова