Табиптар инсульттың йәшәрәүен билдәләй

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына бөгөн йәштәр ҙә йыш эләгә. Әле неврология бүлегендә инсульт кисергән 19 йәшлек ҡыҙ махсус реабилитация үтә. Комплекслы алып барылған дауалау саралары ярҙамында улар яңынан йәшәргә өйрәнә.

Инсульт кисереүселәргә ябай күнекмә лә ауыр бирелә. Әммә, көн дә 10-15 минутлыҡ гимнастика эшләү мөһим. Ул ҡулдарҙың ваҡ моторикаһы менән бергә, хәрәкәт азатлығын үҫтерергә лә ярҙам итә. 76 йәшен тултырған Михаил Теплов балыҡ тоторға сығын Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына эләгә. Табиптарҙың ваҡытында күрһәтелгән ашығыс ярҙамы һөҙөмтәһендә бөгөн ул асыҡ аңында.

Бензовоз водителе Георгий Харченков иһә дауаханаға эш урынынан килтерелә. Реабилитация үтеүгә бер аҙна. Телефон төймәләрен баҫырға, һыу краны борорға, ит турағыс тотҡаһын да ул яңынан әйләндерергә өйрәнә.

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының неврология бүлегендә бөгөн 56 кеше дауалана. Һәр пациент шәхсән ҡарала. Аяҡа ныҡлап баҫҡансы процедуралар аҙналарға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Шуға ла табиптар халыҡты әүҙем тормош алып барырға саҡыра. Көндө физик күнекмәләрҙән башлау, организм өсөн ыңғай йоғонто яһай.

Инсульт – мейеләге ҡан әйләнешенең боҙолоуы, йә ундағы ҡан тамырының өҙөлөүе, ҡыҫылыуы йәки тығылыуы. Ул ҡапыл ҡуҙғалыуы менән хәүефле. Шуға ла дауаланыу махсус учреждениеларҙа барырға тейеш. Бөгөн республикала 5 үҙәк барлығы билдәле.

Азат Ғәлиуллин