Радий Хәбиров тура бәйләнеш башында уҡ барлыҡ һорауҙарға ла асыҡ һәм ентекле яуап бирәсәгенә ишараланы. Ә халыҡты лә башлыса бер мәсьәлә – хәрби операция, мобилизация мәсьәләләре борсой.
Республика башлығы ла ихаталағы мәшәҡәттәргә ҡарағанда донъялағы хәлдәр нығыраҡ ҡыҙыҡһындырыуы менән килешеп, турбулентлы осорҙа йәшәйбеҙ, тине. Һәм был шарттарҙа ҡоламаҫ өсөн нимәгәлер таяныу мөһим
Хәйер, Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш тә турбулентлы шарттарҙа үтте. Тәүге һорауҙан уҡ эфир Владимир Путиндың Валдай дискуссия клубында сығышына өҙөлдө. Хәйер, ике майҙанда ла үткәрелгән темалар өҙөлмәне. Ил башлығының сығышы ла илһөйәрлек, тарихты, мәҙәни ҡиммәтәрҙе һаҡлауға ҡоролдо.
Һуңынан Радий Хәбиров та тура бәйләнеште дауам итеп, был мәсьәләләрҙең тап әле бығаса булмағанса көнүҙәклеген билдәләне. Сөнки ошо ҡиммәтрҙе, илдең бөтөнлөгөн һаҡлау маҡсатында Рәсәй хәрби операция алып бара. Унда ҡатнашҡан һәр кем оло ихтирамға лайыҡ, тине төбәк башлығы.
Радий Хәбиров үҙен дә, дөрөҫөрәге вазифаһын, хәрби хеҙмәт менән тиңләне. Был турала ул залда ултырған журналистарҙың төбәк башлығының отставкаһы тураһындағы имеш-мимештәргә асыҡлыҡ индереүен һорауына яуап биргәндә белдерҙе.
Йәмәғәт эшмәкәре Шамил Вәлиев ҡыҙыҡһынған һорау ҙа тура бәйләнешкә килгән күпселек мөрәжәғәттәр менән ауаздаш ине. Ихаталар, юлдар төҙөклөгө, парктар һәм ял итеү урындары. Был аңлашыла, ни тиһәң дә, Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Һәм баш ҡаланы төҙөкләндереүгә күп көс , аҡса һалына. Әммә байрамдан һуң бар иғтибарҙы райондарға йүнәлтәбеҙ , тине Радий Хәбиров.
Тура бәйләнешкә килгән ҡайһы бер һорауҙар шунда уҡ ыңғай хәл ителеш алды. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһындағы һыу проблемаһы. Ҡала халҡының ярҙам итегеҙ, тип яр һалыуы иғтибарһыҙ ҡалманы.
Был мәсьәләгә Радий Хәбиров һуңынан да әйләнеп ҡайтты һәм уның еренә еткереләсәгән белдерҙе. Транспорт реформаһы кеүек. Төбәк башлығы булып килгәс тә Радий Фәрит улы тап урамдарҙағы техас проблемаһына тотондо. Журналистар был мәсьәләнең икенсе этабы менән ҡыҙыҡһынды.
Ғөмүмән, Радий Хәбировҡа, техас, тип атарлыҡ күп проблемалар мираҫҡа ҡалдырылды. Сибай карьеры, Ҡуштау, өҫтәүенә пандемия, мобилизация һәм башҡалар. Журналистар бындай баҫым аҫтында көндәлек проблемаларҙың нисек хәл ителеүе, төбәк башлығының үҙ эшен нисек баһалауы менән ҡыҙыҡһынды.
Шулай ҙа башҡараһы эштәр күп. Быға тура бәйләнешкә килгән һорауҙарҙың күплеге лә дәлил. Аныҡ проблемалар, көндәлек мәсьәләләргә бәйле һорауҙар социаль селтәрҙәрҙән яуҙы. Экранға сыға барған мөрәжәғәттәргә Радий Хәбиров башлыса үҙе иғтибар итте. Ҡайһы берҙәренә яуап биреп был һорауҙарҙың береһе лә ситтә ҡалмаясағын вәғәҙәләне.
Тура бәйләнеш башында уҡ модераторҙар ваҡыт буйынса былтырғы рекордты хәтергә төшөрҙө. Һәм ул быйыл арттырылды. Башҡортостан башлығы менән әңгәмә дүрт сәғәттән ашыу дауам итте. Эфир ваҡытында ғына телефон, социаль селтәрҙәр аша 2 меңдән ашыу мөрәжәғәт һәм һорауҙар ҡабул ителде.