Радий Хәбиров менән тура бәйләнештә күтәрелгән проблемаларҙы республика парламенты иғтибарға ала

Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев  белдерҙе. -Төҙөкләндереү, юлдар төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, медицина хеҙмәтләндереүе буйынса һорауҙар күп булды. Проблемаларҙы хәл итеү буйынса  эш алып барыла һәм дауам итә. Шарттар ҡатмарлы булһа ла республикабыҙ үҫеш юлында, - тине Константин Толкачев.