Баш ҡала хакимиәтенән шул турала хәбәр итәләр. Гидротехник ҡоролманы реконструкциялау Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына тормошҡа ашырылған объекттар исемлегенә ингән. Күперҙә ремонт быйыл мартта башланды. План буйынса яңыртыу эштәре 2025 йылда тамамланырға тейеш. Әммә подрядсы ойошма реконструкцияны бер йыл алдараҡ теүәлләргә иҫәп тота. Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер 1956 йылда төҙөлә.