"Урал батыр” йәш сәсәндәр республика конкурсының еңеүсеһе асыҡланды

Ижади бәйгелә 30 район һәм ҡаланан 130-ҙан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Конкурста Ишембай районынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова абсолют еңеүсе булды. Ул “Урал батыр” йәш сәсәндәр республика конкурсында бала саҡтан ҡатнаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова әйтеүенсә, “Урал батыр” эпосы балаларҙы тәрбиәләүҙә мөһим урын алып тора. Педагог төрлө йылдарҙа өс абсолют еңеүсе   әҙерләгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Урал батыр” йәш сәсәндәр республика конкурсында Баймаҡ, Бөрйән, Мәсетле, Йылайыр, Белорет райондары, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан уҡыусылар бүләкләнде.