Башҡортостан башлығы үҫмерҙәр менән профилактик эште көсәйтергә ҡушты

Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы. Унда ҡатнашыусылар йәштәрҙе деструктив эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә ҡаршы көрәш тураһында фекер алышты.

Республика етәксеһе балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең психик сәләмәтлегенә иғтибар бүлеү, уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың тотошондағы тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡлау һәм иҫәптә тороусыларҙы тикшереү мөһимлеген билдәләне.

Профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар педагогтарға һәм уҡыусыларға инструктажды дауам итергә, Ҡазан, Пермь һәм Ижевск мәғариф учреждениеларында булған фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн, уҡыу йорттары видеокүҙәтеү һәм контроль системалары менән йыһазландырылырға тейеш.

Илдар Байбулатов