52-се миҙгелгә сентябрь урталарында старт бирелә. Әле көнөнә 5 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелә. Киләсәктә етештереүсәнлекте арттырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Татлы тамырҙы эшкәртеү йылдам бара. Йыуып-таҙартырлған шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүе еңел булһын өсөн, ул ваҡ итеп турала. Ошо ваҡытта уҡ уның татлы тәмен һиҙергә мөмкин. Шишмә шәкәр заводы етештереү процессын былтырғыға ҡарағанда иртәрәк башлай. Ике йыл дауамында яңыртыу кисергән предприятие ышаныслы аҙымдар менән юғары күрһәткестәргә сыға. Әле 320 тонна шәкәр етештерелгән, был – планлаштырылған күләмдең өстән бер өлөшө.
Бер нисә цехтан торған шәкәр заводы тулыһынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Мәҫәлән, вакуум аппараттары эшен компьютер артында ғына ултырып көйләргә мөмкин. Татлы тамырҙың шәкәр кимәлен үлсәү иһә һәр ваҡыттағыса иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, бында шәкәр кимәле 19 процент тәшкил итә.
Сеймалды эшкәртеүҙә мөһим этаптарҙың береһе - аҡ шәкәрҙең сифатын күтәреү өсөн центрифуга аппараттары аша үткәреү. Был эште 28 йыл шәкәр заводында эшләүсе Фәриҙә Макаренко күҙәтә.
Элекке ҡоролмаларҙы алмаштырған заманса аппараттар Шишмә шәкәр заводының етештереү ҡеүәтен тағы ла арттырырға мөмкинлек бирә.
Аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыуҙы тамамлау алдында. Бөгөнгә 41 мең гектар баҫыуҙа, йәғни дөйөм майҙандарҙың 92 процентында татлы тамыр ҡаҙып алынған да инде. Гектарына 3 центр уңыш тура килә.
Әлфинә Килдейәрова