Октябрьский гимназияһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» республика конкурсы еңеүселәре исемлегенә ингән

Белем усағында балаларҙың сәләмәт туҡланыуына айырыуса иғтибар бүленә, меню уҡыусыларҙың теләген иҫәпкә алып, төрләндереп төҙөлә.

Иртәнге, төшкө аштарға ингән ризыҡтар исемлеге, фотоһүрәттәре көн дә мәғариф учреждениеһы сайтына һалына, бар мәғлүмәт асыҡ. Гимназия «Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу яҡлы!» тип исемләнгән Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнөнә ҡушылды.

Өлкәндәр менән «Дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләшеү» уҙғарылды. Шулй уҡ уларҙы ашхана эшмәкәрлеге менән дә таныштырҙылар. Һәр кем балаларҙың менюһына индерелгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай алды. Сара сиктәрендә милли аш-һыу, салаттар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте, балалар көҙгө уңышҡа бәйле сәхнәләштереү ҙә ҡуйҙы.

«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ауыл белем усаҡтары айырым билдәләнгән. Еңеүселәр иҫәбендә Иглин ауылының 1-се һәм Бүздәк ауылының 2-cе мәктәбе лә бар.

Һуңғы мәғариф учреждениеһында меңдән артыҡ бала уҡыуы билдәле, уларҙың 85 проценттан ашыуы ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Мәғариф учреждениеһында даими рәүештә ата-әсәләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.

Гөлназ Хәйбуллина