Башҡортостанда «Менталь сәләмәтлек» проекты тормошҡа ашырыла

Социаль программа аутизм менән сирле балаларға комплекслы ярҙам концепцияһын күҙ уңында тота. Был эшмәкәрлек Волга буйы федераль округы төбәктәрендә тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә алып барыла. Нимә ул менталь Сәләмәтлек? Һорауға яуапты БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова эҙләне.

Психолог бүлмәһендә ҡом һәм музыка ярҙамында терапия дәресе бара. Көслө тауыш, киҫкен хәрәкәттәр баланы ҡурҡыта, шуға күрә белгес тыныс шарттарҙа эшләй. Диагностик тикшереү үткән һәр балаға белгестәр индивидуаль дауалау юлдарын билдәләй.

Республика психиатрия дауаханаһында аутизм менән сирле балаларға ярҙам итеү буйынса медицина кабинеты эшләй. Әсә һәм бала программаһы, өлкән балалар үҙҙәре йылына бер нисә тапҡыр һаулығын нығыта ала. Дауалау учреждениеһы 2020 йылда «Менталь сәләмәтлек» Волга буйы федераль округының пилот проектына ҡушылған. Социаль программа менталь проблемалары булған сабыйҙарҙы асыҡларға, аутизм менән сирләгән балаларҙың теүәл һанын билдәләргә ярҙам иткән.

Проект физик кәмселектәре булған балаларға комплекслы ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Ауырыуҙы иртә асыҡлау, дауалау, шулай уҡ ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеү. Әммә беҙҙең дауахана сиктәрендә генә тулы күләмле комплекс ярҙам күрһәтеү мөмкин түгел, шуға күрә үҙәк булдырыу балаларға ла, ата-әсәләргә лә ҙур бүләк, тип иҫәпләйем.

Инесса Әхмәрова, Республика клиник психиатрия дауаханаһы баш табибы урынбаҫары

Проектты тормошҡа ашырыу барышы менән был аҙнала эш сәфәре барышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров танышты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа балаларға комплекслы ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы

Аутизм менән сирле балаларға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле сараһы – иппотерапия. Республика психиатрия дауаханаһында кескәйҙәр көн һайын саф һауала йөрөй. Хайуандар менән аралашыу балаларҙы тынысландыра, тышҡы донья менән аралашыуҙа күпер булып тора.

Федераль программа сиктәрендә тиҙҙән Башҡортостанда Менталь сәләмәтлек үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Дауалау учреждениеһы республиканың төрлө төбәктәренән үҙенсәлекле балаларҙы ҡабул итәсәк. Тулы ҡеүәтенә эшләй башлған үҙәк йылына 2 меңгә тиклем баланы хеҙмәтләндерер тип күҙаллана. Үҙәк 2023 йылдың беренсе кварталында асылыр тип көтөлә

Лилиә Мәҡсүтова