Салауат районындағы Дыуан күп профилле колледжы филиалы музейы яңы экспонаттар менән тулылана. Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм тыл ветерандары, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға арналған музей менән урындағы коррекция мәктәбе уҡыусылары танышты.
Музейҙы Салауат районының хәрби бәрелештәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин етәкләй. Алты йыл дауамында ул экспонаттар фондын байытыу менән шөғөлләнә.
Ике йыл элек Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатаһын эҙләп таба. Танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һалдат Ржев ҡалаһы эргәһендә һәләк булған. Был тарафта ҡаҙыныу эштәре алып барған «Бөркөт» эҙәрмәндәр отряды музейға пулемет бронелисын бүләк итә. Уға таянып пулемет макеты эшләнә.
Корекция мәктәбенең сығарылыш синыф уҡыусылары ил һаҡсыларының хәрби наградалары, Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған ерҙең тупрағы, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары менән бәйле экспонаттар менән дә танышты. Шулай уҡ, шартлы рәүештә ҡул гранатометына һынау үткәрҙе.
Әлфинә Килдейәрова