280 мең тоннанан ашыу уңыш йыйылған, гектар ҡеүәте 15 центнер самаһы. Был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров яҙҙы.
«Республика үҫемлек майы етештереү буйынса тәүге туғыҙ төбәк иҫәбенә инә. 2021 йылда ике май заводы 326 мең тонна продукция сығарған. Башҡортостан май продукцияһын экспортлау буйынса тәүге унау иҫәбенә инә, 2021 йылда экспорт күләме 232 миллион доллар тәшкил иткән. 2022 йылда был күрһәткестәр насар булмаҫ тип көтөлә. Бер үк ваҡытта көнбағыш майын эре заводтар ғына етештермәй. Башҡортостанда был эш менән крәҫтиән-фермер һәм ауыл хужалығы кооперативтары ла шөғөлләнә» – тип яҙған Радий Хәбиров.