Милли гвардия ғәскәрҙәре ойошторолоуға 70 йыл тула

Улар ҡала һәм райондарҙа төрлө объекттар һәм халыҡ мөлкәтен һаҡлай, йәмәғәт именлеген тәьмин итә.

Азамат Ғүмәров Ишембай районы ведомствонан тыш һаҡ бүлегендә 1997 йылдан алып эшләй. Ул ябай полиция хеҙмәткәренән взвод командиры дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән. Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, гараж етәксеһе булып хеҙмәтен дауам итә. Үҙ эшен яратҡан, юридик яҡтан белемле, намыҫлы хеҙмәткәрҙе эшендә лә хөрмәт итәләр.

Ишембай районы буйынса Милли гвардия ғәскәрҙәренең ведомствонан тыш һаҡлау бүлеге 1952 йылдан эшләй. Бөгөн улар ҡала һәм район буйынса барлығы 1000-гә яҡын объектты һаҡлай, районда һәм ауылдарҙа йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүҙә ҙур эш алып бара. Быйыл ведомство хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙың 36 осрағы асыҡланған, уларҙың өсәүһенә енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр йәмәғәт тәртибе, халыҡ именлеге һағында тора. Әле бүлеккә Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткән, физик һәм психологик әҙерлек үткән ир-егеттәрҙе саҡырабыҙ. Водитель һәм өлкән полиция хеҙмәткәрҙәре таплап ителә.

Александр Едих, Ишембай районы буйынса милли гвардия ғәскәрҙәренең ведомствонан тыш һаҡ бүлеге етәксеһе

Лилиә Мәҡсүтова