Батыр үлһә лә, даны йәшәй...

Был һүҙҙәр Архангел районында тыуып-үҫкән Дмитрий Ивановтың булмышын билдәләй. Ҡаһарман яугирҙың хәтер һәм ҡәҙер сараһы Өфөнөң Дим районында үтте.

Украинала махсус хәрби операция барышында һәләк булған 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы комендант взводы командиры Дмитрий Иванов вафатынан һуң Георгий Жуков миҙалы менән бүләкләнде.

Награданы хәрбиҙең ҡатыны Анна Ивановаға Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич тапшырҙы. Дмитрий Иванов Архангел районы Максим Горький ауылында тыуып үҫкән. 2010-2011 йылдарҙа Рәсәй ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт юлы үткән. 2018 йылда Сүриә Ғәрәп республикаһында хәрби операцияла ҡатнашҡан.

Взвод командиры Дмитрий Иванов 2022 йылдың 19 июлендә Украина территорияһында махсус хәрби операция барышында, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Ул Рәсәй Оборона министрынан «Миналарҙан зарарһыҙландырыу», «Ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ», «Сирияла хәрби операцияла ҡатнашҡаны өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» 3-сө дәрәжә миҙалдары һәм Башҡортостандың дәүләт наградаһы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Хәтер һәм ҡәҙер сараһында «Беҙ ҡаһарман Геройыбыҙҙың батырлыығы алдында баш эйәбеҙ, уның өлгөһөндә ысын һалдаттар һәм офицерҙар тәрбиәләйәсәкбеҙ» тигән һүҙҙәр яңғыраны. Илһөйәр һалдат Дмитрий Ивановтың рухын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Гүзәл Борханова