Осоу тәжрибәһе Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу методика үҙәге отҡан грант ярҙамында тормошҡа ашырыла. Буласаҡ летчиктар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Бәйләнештә Халыҡ-ара Йыһан станцияһы. Әле Йыһан киңлектәрен өйрәнгән космонавтар осоу практикаһын тамамлаған кадеттарҙы сәләмләне. Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу методика үҙәге бер нисә йыл рәттән “Осоу практикаһы – күк йөҙө ҡыйыуҙар өсөн” проектын ғәмәлгә ашыра. Быйыл үҙәк Башҡортостан башлығы фонды грантына эйә була. Аҡсалата ярҙам республика кадеттарына осоу практикаһын бушлай үҙләштерергә мөмкинлек биргән.
Осоу практикаһы сиктәрендә 200 кадет теоретик белем ала, “авиатренажер” үтеп, тест тапшыра. Һынауҙарҙы уңышлы үткән 80 егет “Первушин” аэродромында “Саванна” самолеты менән идара итергә өйрәнгән.
Практиканы яҡшы үткәндәргә осоу кенәгәһе тапшырылды. Документ юғары хәрби уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек бирәсәк. Буласаҡ летчиктарҙы Рәсәй космонавты Сергей Ревин менән Константин Циалковскийҙың бүләһе Сергей Самбуров ҡотланы.
Яҡын арала осоусы һөнәре менән ҡыҙыҡһынған 30 кадет Юрий Гагарин исемендәге Космонавтарҙы әҙерләү үҙәгенә барып ҡайтасаҡ. «Первушин» аэродромында үткән сара иһә авиашоу менән тамамланды.
Әлфинә Килдейәрова