Сыуаш «Канаш» төбәк йәмәғәт ойошмаһында республика отчет-һайлау конференцияһы үтте

Сарала Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан 150 ашыу делегат ҡатнашты.

Делегаттар йәмәғәт ойошмаһы күтәргән Бәләбәй районына ҡағылышлы экологик мәсьәләләр, йәштәр араһында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, мәктәптәрҙә сыуаш телен өйрәнеү, мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү юлдарын барланы. Республика конференцияһы делегаттары Ирина Сухареваны «Канаш» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп һайланы.

«Канаш» төбәк йәмәғәт ойошмаһы сыуаш халҡы күпләп йәшәгән 10 район һәм 4 ҡала вәкилдәрен берләштерә. Йәмәғәт ойошмаһына Өфө нефть техник университетында эшләгән Александр Кондратьев нигеҙ һалған «Сәрби», «Нарспи» ансамблдәре, «Урал сасси» гәзите, педагогия колледжында, Стәрлетамаҡ педагогия институтында сыуаш бүлеге уның тәҡдиме менән асылған.

Бөгөн сыуаш телен өйрәнеүгә республикала шарттар тыуҙырыла, Бишбүләк районында полилингваль мәктәп проекты быға асыҡ дәлил.

Гүзәл Борханова