Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһендә БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Сәхнәлә ул уйнаманы, йәшәне, ти хеҙмәттәштәре, тамашасылары уның хаҡында. Әйткәндәй, кисәнең тәүге өлөшөндә Нурия Ирсаева үҙе лә тамашасылар рәтендә ултырҙы.
Нурия Исхаҡ ҡыҙы Миәкә районында туғыҙ балалы ғаиләлә алтынсы булып донъяға килгән. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән. Уның йәш сағын театрҙың йәш актрисаһы Айым Сөләймәнова, бала сағын Асель Ғарипова башҡарҙы, туғандары ролендә театр актерҙарының балалары.
Һыу буйында ҡаҙ бәпкәләре ҡараған ҡыҙ, моғайын залда ултырыусы ханымдарҙың күптәренең яҙмышына ауаздаш булғандыр. Алыҫта ҡалған йәш сағын сәхнәлә күреү театр йондоҙо өсөн иһә көтөлмәгән бүләк.
Бөтә ролдәре араһында уны күптәр Ғәлиәбаныу өсөн ярата. «Ғәлиәбаныу» – режиссер Рифҡәт Исрафиловтың диплом спектакле. Ғәлиә ролен сәхнәлә Нурия Исхаҡ ҡыҙы 18 йыл дауамында башҡарған. Ә Хәлил ролендә Фидан Ғафаровтан тыш, уның яҡташы, Илдар Ғүмәровҡа ла уйнау бәхете тейгән.
Кисәнең кульминацион өлөшө – Фидан Ғафаровтың «Тапшырылмаған хаттар»ҙан йыры һәм, әлбиттә, сәхнәгә Нурия Исхаҡ ҡыҙы менән күтәрелеүҙәре.
Нисәмә йылдар башҡорт сәнғәте йондоҙҙарын күреү өсөн театр кассаһы янында йылға буйы сират һуҙылһа, был юлы ла билеттар алдан һатылып бөткән. Ләкин яратҡан актрисаһына табыныусылар кисәнән ситтә ҡалмаған.
Юбилярҙы ҡотларға республиканың бөтә төбәктәренән, күрше өлкәнән дә килгәндәр. Сәхнә алиһәһенә халыҡ һөйөүе сикһеҙ...
Рәмилә Исмәғилева