Өфөлә халыҡ артисы Олег Ҡасимовтың юбилей кисәһе үтте

Дирижер, саксофонсы, композитор, музыкаль коллективтарҙың художество етәксеһе. Күп яҡлы талант эйәһе классик, эстрада, джаз композицияларын үҙ аллы, шулай уҡ оркестр менән берлектә башҡарҙы.

Маэстро исеме Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле. Музыкантты юбилейы менән ҡотларға коллегалары, тамашасылар йыйылды. Халыҡ артисының киләсәккә пландары ҙур.

Концерттар ҡуйыуҙы дауам итәбеҙ, ғәҙәттә, айына 2-3 тапҡыр сығыш яһайбыҙ, бынан тыш, башҡа ҡалалар сәхнәләрендә лә көтәләр. Алда тик яҡшы саралар булыр тип ышанам.

Олег Ҡасимов, Башҡортостандың халыҡ артисы

Лилиә Мәҡсүтова