Республика Милли музейында «Мәҙәни мираҫ йылы» сиктәрендә күргәҙмә ойошторолдо

Экспозицияға һынлы сәнғәт, графика оҫтаһы, Нестеров исеменләге һынлы сәнғәт музейы эшмәкәре Илдар Ғәниевтың эштәре ҡуйылған.

Был рәссамдың 18-се күргәҙмәһе, төбәк, республика, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты уны «Урал һулышы» тип атаған.

Ҡыл ҡәләм оҫтаһы башҡорт халыҡ эпостары, сәсәндәр ижады аша йәштәргә быуаттар төпкөләнән килгән халыҡ йолалаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәңгелек ҡиммәттәрҙе еткереү маҡсатын ҡуйған. Илдар Ғәниев геройҙарын да башҡорт эпостарындағы кеүек юғары әхлаҡлы, рухиәтле итеп һынландырған. Ижадсы әҫәрҙәрендә башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары йөкмәткеһенә үтеп инерҙәй поэтик мөхит булдырған, тип билдәләй коллегалары..

Рәссам геройҙар яҙмышын дөйөмләштереп, художество алымдар ярҙамында фәлсәфәүи яҡтан асҡан картиналары менән үҙе таныштырҙы. «Уҡсы тамғаһы», «Орсоҡ» композицияларында үҙенсәлекле милли һыҙаттар тыуҙыра алған. Нағыштарҙа традицион башҡорт биҙәктәре формалар һәм материалдар төрлөлөгө менән байытылған.

Бынан тыш, күргәҙмәгә тәҡдим ителгән «Урал таштары» серияһы ла романтикаһы , йәнлелеге һәм эпик ҡоласы менән иғтибарҙы йәлеп итә. «Урал һулышы» күргәҙмәһе 13 ноябргә тиклем эшләй.

Гүзәл Борханова