Ҡайһы бер интернет сығанаҡтар «Аҡ Барс» хоккейсыһын Өфөгә «ҡоҙалай» башланы. Әммә юлаевсылар етәкселеге имеш-мимештәрҙе шунда уҡ кире ҡаҡты.
Улар фекеренсә, алмашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан командаһын форвардты һатып алыу варианты ҡыҙыҡһындырмай.
«Салауат Юлаев» клубы Александр Радуловһыҙ ҙа көслө уйын күрһәтә. Быны иҫбатлап яҡташарыбыҙ бөгөн тағы ла бер дәғүәсеһен тар-мар итте. Был юлы юлаевсыларға Астананың «Барыҫ» хоккейсылары ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Иҫәп 5-1.
Шайбаларҙы ҡунаҡтар ҡапҡаһына Степан Санников, Данил Алалыкин, Сергей Шмелёв, Александр Хмелевски һәм Алексей Пустозёров индерҙе. Киләһе уйынын Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 1 ноябрҙә үткәрә. Шишәмбе көн Өфөгә Хабаровскиҙың «Амур» клубы килә.