Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға 700-ҙән ашыу кеше ҡушылырға теләк белдергән

Заявкалар башҡа төбәктәрҙән дә килгән. Батальон вәкиллектәре Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай ҡалалары, Сермән, Иҫке Собханғол һәм Малаяҙ ауылдарында асылды. Хәрби берләшмәгә булышлыҡ итеү маҡсатынан хәйриә фонды ла ойошторолдо. Эшҡыуарҙар матди һәм финанс ярҙам күрһәтергә теләк белдергән. Тиҙҙән батальон хәрби әҙерлек биләмәһенә юлға сыға. Быға тиклем Республикала Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәнге ирекле батальондар ойошторолдо. Доброволецтар махсус хәрби операция биләмәһендә ҡуйылған бурыстарын үтәй.