БСТла яңы тапшырыу эфирға сыға

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге этнотуризм буйынса форумда  "Башҡортостан каникулдары" тигән проект менән таныштырҙы. Уны БСТ телеканалы төшөрә. Тамашасыға Башҡортостандың үҙенсәлекле урындарын, туристик маршруттарын күрһәтәләр. Проекттың премьераһы 13 ноябрҙә була. Ул һәр йәкшәмбе 13 сәғәт 15 минутта эфирға сыға. - Беҙҙең республикабыҙ матур. Туристик мөмкинлектәре сикһеҙ, -тине Радий Хәбиров.