Вице-премьер Ирек Сәғитов социаль селтәрҙә шул турала яҙа. 2022 йыл беҙҙең республикала Волейбол йылы исеме аҫтында уҙа. Төнгө лигала 25 команда ҡатнышырға теләк белдергән. Дәүләт власы органдары, ойошмалар һәм бизнес компаниялары заявка ебәргән. Уйындар ноябрҙә башланыуы көтөлә. Башҡортостанда Төнгө хоккей һәм футбол лигалары ла ойошторолдо.