Быйыл көҙ армияға мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусылар махсус операцияла ҡатнашмай

 Был турала илдең Генераль штабынан  хәбәр иттеләр. Бөгөн Рәсәйҙә мотлаҡ саҡырылыш башлана. Быйыл был кампания мобилизацияға бәйле бер айға кисектерелде. Көҙөн армияға 120 мең егетте алыу бурысы ҡуйылған. Башҡортостанда 4 меңдән ашыу кеше хеҙмәткә саҡырыла.