Республикала 1 миллиард һумға 70 ҙур автобус һатып алынды

Өфөгә инфраструктура бюджет кредиты тапшырылды. Уның ярҙамында 63 “НефАЗ” автобусы ҡайтарылды, тип хәбәр итәләр “Башавтотранс” компанияһынан. Йәмәғәт транспорты Өфө маршруттары буйлап йөрөй. Аукцион барышында экономияланған аҡсаға тағы 7 ҙур автобус һатып алынды. Йәмәғәт транспорты заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған.