Башҡортостанда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам оҙатыу үҙәкләштереләсәк

Юғиһә тупланған ярҙамды кем нисек теләй, шулай оҙата. Был бик хәүефле һәм ярҙамдың адресаттарға барып етмәүе лә ихтимал. Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәрбиҙәргә күрһәтелгән ярҙамдың бер урындан оҙатылыуын һәм бөтөнлөгөн тәьмин итергә ҡушты. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажында.

Үҙ ирке менән, хәрби тәжрибәһе булғандар, көс структуралары ветерандары. Башҡортостанда тупланған өсөнсө батальонға фәҡәт ошо талаптарға тап килгән ир-егеттәр алынасаҡ. Әле Салауат Юлаев исемен йөрөтәсәк формированиеға меңгә яҡын кеше ҡушылырға теләк белдергән. Әммә уның сафына тик физик яҡтан көслө, хәрби тәжрибәһе булғандар ғына алынасаҡ. Радий Хәбиров үҙ теләге менән хәрби операцияға ҡушылыусыларға һәр яҡлап та ярҙам итергә кәрәклеген белдерҙе.

Икенсенән, халыҡ күрһәткән ярҙам да үҙәкләштерелеүгә мохтаж. Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауға халыҡ дәррәү ҡушылды, әммә уны адресаттарына алып барып еткереү ябай эш түгел. Өҫтәүенә, мутлашыусылар ҙа барлыҡҡа килә башланы. Халыҡ хәләл көсөнә йыйған әйберҙәрҙең яңынан һатыуға сығарылған осраҡтар ҙа юҡ түгел, тине Радий Хәбиров .

Оператив кәңәшмәлә күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикала барлыҡҡа килгән Башҡортостан ихаталары, подъездарҙы ремонтлау кеүек программалар һөҙөмтәле эшләй. Быға халыҡтан ҡабул ителгән ялыуҙарҙың кәмей барыуы ла дәлил. Ләкин ҡыйыҡтарҙы төҙөкләндереү эшен алғы һыҙыҡҡа сығарыу зарур.

Ғөмүмән, үткән аҙна хәл итәһе проблемаларҙың аҙ түгеллеген асыҡланы, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә төбәк етәксеһе уларҙың 99- на яуап биреп өлгөргән. Ә инде эфирға эләкмәгәндәре меңдәрсә. Радий Хәбиров халыҡтың бер генә һорауы ла иғтибарһыҙ ҡалмаясағын белдерҙе. Улар профиль ведомстволарға таратып бирелгән һәм ҡайһы берҙәре ыңғай хәл ителеш тә алған.

Айнур Кәбиров.