Хәрбиҙәргә башҡорт ҡорото...

Ҡырмыҫҡалы районында ошондай флешмоб башланды. Иҫке Муса ауылы ҡатын-ҡыҙҙары мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн киптерелгән ҡорот әҙерләй.

«Был эштә балалар ҙа ихлас ҡатнаша. Яугирҙарыбыҙ өсөн күстәнәс күңел йылыһы һалып әҙерләнә. Тыуған яҡ ҡорото һалдаттарҙың кәйефен күтәрһен, уларға рухи көс өҫтәһен», – ти Иҫке Муса ауыл биләмәһе башлығы, Ҡырмыҫҡалы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова. Махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн ҡорот йомарлаған Иҫке Муса ауылы халҡы менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Ыҡсым ғына ҡорот йомғаҡтары батмусҡа теҙелә. Иҫке Муса ауылы ағинәйҙәре уҡыусыларға һабаҡ бирә. Ҡороттоң үҙенсәлектәре, ризыҡтың тарихы тураһында һөйләй. Элек-электән алыҫ сәфәр сығыусыларҙың, һунарсыларҙың, яугирҙарҙың кеҫәһенән кипкән ҡорот өҙөлмәгән.

Иҫке Муса ауылында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар изге эшкә дәррәү ҡушылған. Һөт ризығын улар урындағы китапханаға тапшыра. Ағинәйҙәр һәм балалар ҡоротто баҫа һәм киптерә. Көҙгө һалҡын көндө бының өсөн емеш-еләк киптергес ҡулайлаштырылған. Мәктәп уҡыусылары хәрбиҙәргә изге теләктәрен дә еткерә.

Кипкән ҡоротто төрөү ағинәйҙәр иңендә. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Иҫке Муса ауылы биләмәһенән 10, Ҡырмыҫҡалы районынан 200-ләгән егет Ватан һағына баҫҡан. Ағинәйҙәр алыҫтағы яҡташтарына изге доғаларын да ҡушып оҙата.

Әлегә тиклем Иҫке Муса ауылы халҡы өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарына ике партия кипкән ҡорот оҙатып өлгәргән. Сиратта өсөнсөһө. Иҫке Мусалар республика райондарын да акцияға ҡушылырға саҡыра

Иҫке Муса ауылы халҡы хәрбиҙәргә башҡорт ҡорото тигән хештег менән флеш моб та иғлан итте. Киптерел һөтлө ризыҡты улар Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы аша йыйып, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатырға тәҡдим итә.

Рафиҡ Әхмәтшин