Өфөлә Бөтә Рәсәй студенттар слеты башланды.
Слетта Рәсәй педагогия университеттарында белем алған студенттар, йәш уҡытыусылар ҡатнаша. Шулай уҡ сараға Луганск Халыҡ республикаһы вәкилдәре лә килгән. Улар араһынжда Петровское ҡалаһындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп һәм Красный Лучтағы 29-сы белем усағы уҡытыусылары бар.
Студенттар слетын асыу сараһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. 4 көн дауамында йәш педагогтарҙың тәжрибәһен арттырыу, пленар ултырыштар, аралашыу майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ ҡатнашыусылар “Йыл уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре менән осрашасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова