Өфөлә республика халыҡ театрҙары фестивале башландыИке көн дауамында барасаҡ сарала ике тиҫтәләп ижади коллектив ҡатнаша. Һәүәҫкәр артистар менән оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Хәбәрсе. Сәхнәлә Уильям Шекспирҙың үлемһеҙ әҫәре. 1600-сы йылдар башында яҙылған «Лир короле» әкиәте һаманғаса сәхнә түренән төшмәй. Үҙенә күрә ауыр спектакль булыуға ҡарамаҫтан, ул халыҡ театрҙарында ла яратып уйнала. Балтас районының «Балҡыш» халыҡ театры шулар иҫәбендә.
Классикаға өҫтөнлөк биреүсе ижади коллективтар араһында белореттар ҙа бар. «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры фестивалгә Мөхәмәтша Буранғоловтың драмаһын алып килгән.
Ғөмүмән, республика халыҡ театрҙары фестивале сиктәрендә Өфөлә ике тиҫтәләп ижади коллектив сығыш яһаясаҡ. Һәр әҫәр абруйлы жюри ағзалары тарафынан баһалана. Оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҙа ҡаралған.
Ә инде республика театрҙары фестивале бүләкләү тантанаһы менән иртәгә тамамлана. Конкурстың иң яҡшы сәхнә әҫәре, актер-актриса билдәләнәсәк.
Азат Ғәлиуллин