Бәйге Башҡортостан башлығы Грантына Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында үткәрелгән.
Сараны ойоштороусылар – «Самрау» мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Ашҡаҙар» радиоһы. Музыкаль конкурс республика район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән 100-ҙән ашыу йыраусыны берләштерҙе. Иң оҫта оҙон көй башҡарыусы ҡайҙан? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
«Ашҡаҙар моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы финалы. Әлегә сәхнә ябыҡ, ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Бер нисә айлыҡ һайлап алыу турҙары артта ҡалды. Тере тауыш һәм башҡорт халыҡ көйҙәре – барыһы ла бөгөнгө тамашала.
Сәхнәнән һирәк яңғыраған «Был ғүмер» башҡорт халыҡ йыры ағыла. Йыр Хафизовтар ғаиләһенә Сафуан Әлибаевтың әсәһе тарафынан аманат итеп өйрәтелеп ҡалдырылған. Быуындан- быуынға күсеп килгән композиция тарихын ғаилә ҡәҙерләп һаҡлай, уны милли байрамдарҙа, йыйындарҙа тамашасыға бүләк итә. Ижади конкурста уны башҡарыусы гәлсәр тауышлы Рәйхана Хафизова «Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар» номинацияһы буйынса махсус бүләккә лайыҡ булды.
Ғөмүмән, был бәйгелә осраҡлы кешеләр юҡ. Улар барыһы ла халыҡ моңон ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе, милли ҡиммәттәр менән янып йәшәүсе. Әйткәндәй, ижади бәйгелә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар бар ине.
Ырымбур, Ҡурған, Төмән, Һамар өлкәләре, Екатеринбург ҡалаһы. Тамырҙары менән Салауат районынан булған Венер Ҡәҙербаев Силәбелә лә Байыҡ сәсән рухын онотмай. Бәйгелә ул «Башҡорт халыҡ йыр традицияларын һаҡлаусылар» номинацияһында махсус бүләккә лайыҡ булды.
Финалға 120 кешенән тик 21 йырсы һайлап алынған. Ҡатнашыусылар араһында исемдәре билдәле шәхестәр ҙә байтаҡ. Һайлап алыу турҙарында конкурсанттар киң билдәле башҡорт халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк биргән. Иң йыш башҡарылған йырҙар – «Шәүрә», «Илсе Ғайса», «Сәлимәкәй», «Ашҡаҙар» һәм башҡалар.
“Ашҡаҙар моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсылар конкурсында беренсе урын бер тауыштан Күмертау ҡалаһынан Ришат Вахитовҡа бирелде. Ул ярты быуат ғүмерен табип һөнәренә бағышлаған. Оҙон көйҙәрҙе бала саҡтан уҡ атаһынан ишетеп үҫкән замандашыбыҙҙың йөрәгендә халыҡ йырҙарына айырым мөнәсәбәт йәшәй.
Тамашаны залда ултырыусылар ҙа дәррәү алҡыштар менән баһаланы. Тере тәбиғи тауыш, быуаттар төпкөләнән ауаз булып яңғыраған моңло халыҡ йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Рәзилә Ғиниәтуллина