Еңеүҙең 50 йыллығы скверындағы һәйкәл янында бер минут тынлыҡ иғлан ителеп, монументҡа ҡәнәферҙәр һалынды.
Дөйөм алғанда, Башҡорт автономиялы совет республикаһынан илле меңдән ашыу кеше ғәйепһеҙҙән язаға тарттырыла. Берәүҙәр һөргөнгә, лагерға, махсус ауылдарға ебәрелһә, икенселәрҙең ғүмерен пуля ярсығы өҙә.
Милли интеллегенция ҙур юғалтыуҙар кисерә. Сәйәси золом ҡорбандары ҡануниәткә ярашлы аҡланһа ла, етемлек кисергән балалар күңелендәге яра мәңге уңалмай. Сараға барыһы ла яҡындарының фотоһүрәттәре менән килгәйне, хәтирәләр ҙә уртаҡ.
Сәйәси золом ҡорбандарын шулай уҡ илдең баш ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә иҫкә алды. Сара йыл да Дон зыяратында үтә. Бер төркөм зыялылар Башҡортостандан репрессияланған шәхестәрҙең исемлеген уҡып, туғандар ҡәберлегенә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды. Сәйәси золом ҡорбандары араһында Афзал Таһиров, Муса Мортазин, Муллайән Халиҡов кеүек билдәле шәхестәр бар.
Гөлназ Хәйбуллина