Бөгөн иртән «Фольксваген Поло» менән «Шкода Рапид» автомобилдәре бәрелешә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы транспорт сараһының 21 йәшлек водителе пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән булған.
Ҡот осҡос фажиғә һөҙөмтәһендә ике водитель дә, шулай уҡ 71 йәшлек пассажир һәләк булған. Тағы ла ике кеше тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған. Әле прокуратура пассажирҙар һәм багаж ташыу тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен, машиналарҙың техник торошон контролдә тотоуҙы тикшерә.
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов та үлемесле аварияның сәбәптәрен тикшереүҙе үҙ контроленә алған.