Республика биләмәһенән М-5, М-7, Р-240 өс федераль трасса үтә. Саҡрымдарға һалғанда был 795 километр тәшкил итә. Юлсылар боҙлауыҡ һәм ҡар шарттарында эшләргә әҙер. Әлеге ваҡытта боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡулланыла торған тәбиғи материалдар запасы тулыландырыла. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Рейсҡа юлланыр алдынан комбинацияланған машина мискәһенә 12 тонна тоҙ иретмәһе тултырыла. Юлдарҙа 21 процентлы һыуҙан һәм техник тоҙҙан торған ҡатнашма ҡулланыла. Әлегә ҡар яуыуы күҙәтелмәй, әммә Өфө янында һауа температураһы 7 градус һыуыҡты күрһәтеүе юлсыларға уяулыҡ һәм яуаплылыҡ өҫтәй.
Боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡулланылған материалдарға ҡытлыҡ булмаясаҡ, ти юлсылар. Боҙлауыҡ ваҡытында юлға һибелгән техник тоҙ япмалы махсус ангар аҫтында һаҡлана. Ангар майҙаны 1000 квадрат метр майҙанды биләй. Подрядсы ойошмалар боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдарҙы һаҡлау өсөн 11 база булдырған.
М-5 трассаһында юлға һибеү өсөн техник тоҙ ҡулланыла. Был тоҙ составында микроскопик миҡдарҙа ҡатырмай һәм туңдырмай торған матдәләр бар. Ошо техник тоҙ ҡатнашмаһы комбинацияланған юл машинаһы бункерынан транспортер ярҙамында юлға һибеләсәк.
Кәҫтаҡталы һабандар, реагенттар һиптереү һәм таратыу өсөн махсус резервуарҙар, башҡа таҡмалы техника ҡыш миҙгелендә эшләү өсөн тулыһынса әҙер. Алаторкалағы 103- сө» Юл эксплуатациялау пункты федераль әһәмиәттәге «М-5 автомобиль юлын хеҙмәтләндерә.
Юлдарҙағы барлыҡ мәғлүмәт предприятиеның диспетчер базаһына ағыла. Һауа шарттарындағы әҙ генә үҙгәрештәр ҙә видеокүҙәтеү камералары ярҙамында мониторлана һәм күпме дана һәм ниндәй техника ҡулланырға кәрәклеге хаҡында тейешле ҡарар ҡабул ителә. Тирә-яҡ мөхит, юл ҡатламы температураһын төрлө участоктарҙа урынлашҡан метеостанциялар аша күҙәтергә мөмкин. «Приуралье» федераль юл идаралығы белгестәре лә үҙ диспетчерлыҡ пункты аша реаль ваҡытта юл торошон күҙәтеү мөмкинлегенә эйә.
Башҡортостан биләмәһе аша М-5, М-7, Р-240 өс федераль әһәмиәттәге трасса үтә. Был трассаларҙағы 795 километр юлды хеҙмәтләндереүсе ойошма ҡыш шарттарында эшләргә 100 процент әҙер, тип билдәләй белгестәр.
Гүзәл Борханова