Президент Владимир Путин шулай тип белдерҙе. Өлөшләтә мобилизация барышында Ҡораллы көстәргә 300 мең кеше саҡырылды. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, уларҙың күбеһе йәғни 260 мең кеше хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай, әҙерлек үтә. Бөгөндән илдә армияға көҙгө саҡырылыш башлана. Сәләмәтлеге яҡшы булған 18 йәштән 27 йәшкәсә егеттәр Ҡораллы көстәргә алына. Быйыл көҙ 120 мең кеше армия сафын тулыландырырға тейеш. Мотлаҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй.