Башҡортостанда “Еңеү сиктәре” тигән төбәк-ара патриотик марафон уҙа

Сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡаһарманлыҡ күрһәткән тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә арнап ойошторола. Марафон Ульяновск өлкәһе һәм Сыуаш республикаһында ла үтә. Башҡортостан эстафетаны 3 ноябрҙә ҡабул итә. Өфөлә Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан һәм Сыуаш сәнғәт оҫталары концерты була. “Торатау” Конгресс-холында төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторола. Әйткәндәй, был аҙнала Өфөлә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән стела асыла. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатынан ҡуйыла.