Өфө аэропортынан киләһе йылда 18 маршрут субсидиялана

Федераль һауа транспорты агентлығы эске рейстар исемлеген раҫланы. 17 авиакомпания 308 йүнәлеш буйынса осоштар яһай. Бының өсөн 9 миллиард һум бүленә. Өфөнән Түбәнге Новгород, Төмән, Һамар, Салехард, Силәбе, Омск ҡалаларына рейстар субсидиялана.