Рәсәй Хөкүмәте милек өсөн һалым түләүҙе хәрби хеҙмәтте үтеү осорона тиклем кисектерҙе. Мобилизацияланған гражданға 1 декабргә тиклем һалым түләнергә тейешле иҫкәртеү талаптарын үтәргә кәрәкмәй. Уның транспорт, ер һәм милек буйынса бурысы булмаясаҡ. 2022 йылға тиклемге осорға милек өсөн һалым иҫкәрмәһе мобилизацияланған гражданға уның хәрби хеҙмәттән китеүе тураһындағы мәғлүмәтте алғас ҡына йүнәлтелә.