Унда алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырыла. Ураҡта юғары һөҙөмтәгә ирешкән 10 район хакимиәте башлығы диплом, 10 игенсе автомобиль менән бүләкләнә. Быйыл ауыл эшсәндәре 5 миллион 200 мең тонна иген йыйып алды. Шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу һәм көнбағыш урыу дауам итә. Әлегә 1 миллион 300 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө сығарылған, майлы культураларҙан 400 мең тоннаға яҡын уңыш алынған. Вицер-Премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт