Донбасс уҡытыусылары Рәсәй белем биреү стандарттарына ярашлы һөнәри белемен камиллаштыра

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә Луганск халыҡ республикаһы уҡытыусылары квалификация күтәреү курстарын үтә. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

Луганск халыҡ республикаһы уҡытыусылары башҡорт халҡының еңелмәҫ рухын, тарихын, батыр яугирҙарын символлаштырған архитектура композицияһы менән таныша. 15 педагог Өфөлә квалификацияны күтәреү курстарын үтергә килгән. Уҡыуҙар араһында улар Совет майҙанындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалып, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлығын хәтергә алды.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп һәм Красный Лучтағы 29-сы белем усағы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөй. Уға ярашлы Донбасс уҡытыусыларының белемен арттырыу, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса уҡыусыларҙы имтихандарға әҙерләү, уҡытыу әсбаптары һәм йәштәр өсөн ғәмәлгә ашырылған проекттар менән танышыу ҡаралған.

Луганск халыҡ республикаһының барлыҡ уҡытыусылары ла тиерлек Дондағы Ростов ҡалаһында үткән квалификацияны күтәреү курстарында ҡатнашҡайны. Башҡортостанда программаларҙы ентекләберәк өйрәнәбеҙ. Шуға күрә эш программаларын Рәсәйҙең мәғариф системаһына яраҡлаштырыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.

Антон Кондауров, С. Хәсәнов исемендәге 29-сы мәктәп уҡытыусыһы

Бер аҙнаға иҫәпләнгән программала тренинг, оҫталыҡ дәрестәре, «Уҡытыусы һәм остаз йылын ҡаршылап» исемле Бөтә Рәсәй студенттар слетында һәм халыҡ-ара белем биреү конференцияһында ҡатнашыу ҡаралған.

Әлфинә Килдейәрова