«Күңелде дауалаусылар» тип исемләнгән социаль-мәҙәни проект сиктәрендә Республика клиник психиатрия дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә концерт ҡуйылды.
Күләмле проект төбәктең гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән Башҡортостан башлығы Грантына тормошҡа ашырыла. Республиканың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре бер йыл эсендә барлыҡ муниципалитеттарҙы урап сығып, 66 медицина учреждениеһында мәҙәни сара уҙғарыу маҡсатын ҡуйған.
Өфөнөң Базилевка ауылында урынлашҡан психиатрия дауаханаһы – иҫәп буйынса 19-cыһы. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары сәхнәгә сыҡҡан һәр артисты дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды..
Сара сиктәрендә психиатрия дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн арт-терапия ойошторолдо. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Аҡ халатлылар ҡулдарына буяу һәм бумала алып, ижад донъяһына сумды.
Гөлназ Хәйбуллина