Ошо уңайҙан Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылында шиғыр һөйләүселәр, мөнәжәтселәр, һүрәт төшөрөүселәр конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Ғабдулла Сәиди-егерменсе быуаттың уҡымышлы инсандарының береһе. Ул 1836 йылда Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында тыуа. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ун ике йыл белем ала,ике тапҡыр хаж ҡыла. Ул 14 телдә иркен аралашҡан. Бөйөк мәғрифәтсе,дин әһеле,күп һанлы дәреслектәр авторы булараҡ Башҡортостан энциклопедияһына индерелгән.
Дин әһеленә арналған конкурс өс номинацияны- мөнәжәт,шиғыр йәки нәсихәт ятлау һәм дини темаға һүрәт төшөрөү кеүек эштәрҙе үҙ эсенә алды. Республиканың төрлө райондарынан бөтәһе 70–тән ашыу кеше ҡатнашты. Ғ.Сәидигә арнап сығарылған мөнәжәт менән Таулыҡай ауылы ағинәйҙәре Гран -при яуланы.
Сара урындағы “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбленең сығыштары менән үрелеп барҙы. Был көн конкурсанттар өсөн генә түгел, ә Йәшлектәр өсөн дә иҫтәлекле булды. Ансамблгә яңы милли сәхнә кейемдәре тапшырылды. Ярҙамды Башҡортостан Хөкүмәте премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов күрһәтте.
Уҙған сара башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау, халҡыбыҙҙа бөйөк шәхестәргә ҡарата ихтирам уятыу,ауыҙ -тел ижадына,фольклорына ихтирам уятыу йәһәтенән әһәмиәткә эйә.
Альбина Байегетова