Башҡортостанда ватандаш эшҡыуарҙар исемлеге төҙөлә

Премьер-министр Андрей Назаров Мәскәүҙә конференцияла шул турала белдерҙе. Рәсәйҙә тыуып-үҫкән 30 миллиондан ашыу ватандашыбыҙ донъяның төрлө илдәрендә йәшәй. Беҙҙең республикала яҡташтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстанда ватандаштарыбыҙ әүҙем эшләй. Был дәүләттәр менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек яҡшы алып барыла, бер нисә илдә Башҡортостан вәкиллектәре асылды. Быйыл 7 айҙа республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 3 миллиард долларҙан ашыу булды.