Башҡортостандың бюджет проекты парламентҡа тапшырылды

Финанс министрлығы әҙерләгән документ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағына ебәрелде. Проектҡа ярашлы, киләһе йылда ҡаҙна 265 миллиард һумға тулыланырға тейеш, сығымдар 14,5 миллиард һумға күберәк. Бюджет дефицитын ҡаплау сығанаҡтары аныҡланған. Республика ҡаҙнаһы социаль йүнәлешле булып ҡала. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү тармаҡтары, халыҡ тормошо сифатын яҡшыртыу – төп бурыстар иҫәпләнә.