Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә 500 мең һум түләнә

Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта тармаҡ белгестәренә аҡсалата сертификат тапшырыу мәсьәләһе ҡаралды. Былтыр “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән программа тормошҡа ашырыла башланы. Унда 35 йәшкә тиклемге белгестәр ҡатнаша ала. Ултырышта программаға үҙгәреш ҡабул ителде. Бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә проектта ҡушыла аласаҡ.