Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан шул турала белдерәләр. 11 райондағы “Ғаилә” үҙәктәрендә ҡуртымға алыу пункттары асыла. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға бында килеп төҙөлөш ҡоралды һәм техникаһына ваҡытлыса ҡулланыуға алырға мөмкин. Бысҡы, шөрөп борғос, перфоратор, культиваторҙар ҡуртымға бирелә.