Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. Халыҡ үтенесе буйынса транспорт картаһы шәхси иҫәпкә беркетелә. Бының өсөн “Һөт кухняһы” таратыу пунктында һатыусыға “Алға” картаһының һандарын атарға кәрәк. “Башҡортостанда “Һөт кухняһы” селтәре артабан үҫешәсәк, уның менән файҙаланыусылар өсөн уңайлыҡтар булдырыла”, - тип яҙа Радий Хәбиров.