Санкция баҫымы булһа ла, киләһе йылда Республиканың төбәк тулайым продукты 2,7 процентҡа артыуы көтөлә. Был турала беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Быйыл иһә төбәк тулайым продуктының 0,4 процентҡа артыуы фаразлана. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәр 2,9 процентҡа кәме мөмкин. -Киләсәктә халыҡтың килеме яҡшырыуы, сауҙаның йәнләнеүе көтөлә, - тине Рөстәм Моратов.